4 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2011 йыл, 14:54

Дини ойошмаларға экстремизмдың үтеп инеүен иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Яңауыл районында имамдар кәңәшмәһе үтте. Дини ойошмаларға радикаль ағымдарҙың үтеп инеү мөмкинлеге көн тәртибенең төп темаһы булды. Был хаҡта «Ислам.рф» порталы хәбәр итә.

Ҡатнашыусылар бөгөнгө көндә районда радикаль ағымдарҙың таралыуы күҙәтелмәүен билдәләне, шулай ҙа барыһы ла терроризмды иҫкәртеү кәрәклеге яҡлы булды.

Ошо маҡсатта имамдарҙың белем кимәлен арттырырға, шулай уҡ мәхәллә кешеләре өсөн ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәргә иғтибарҙы күберәк бүлергә тәҡдим ителде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фекеренсә, бындай саралар агрессив ағымдарҙың үтеп инеүенә юл ҡуймаясаҡ.

Был мәсьәләлә ауыл имамдарының халыҡ менән эшләүен әүҙемләштереүгә, төп иғтибарҙы диндең урындағы власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүенә йүнәлтергә кәрәк, тип һанай район мосолмандарының «Мираҫ» йәмғиәте рәйесе Фәһим хажи Вәлиев.

Мәсет һәм музейҙарҙа ислам дине үҫеше хаҡында бәйән иткән «мөйөштәр» булдырыу тәҡдиме лә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

темалар: ислам