4 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2011 йыл, 14:38

Өфө 678 кешегә артҡан

автор: Евгений Рәхимҡолов

Быйылғы йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса Өфөлә халыҡтың тәбиғи үҫеше 678 кеше тәшкил итте. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 320 кешегә аҙыраҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Шулай уҡ уның билдәләүенсә, тәбиғи артыуҙың түбән булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда, Өфөлә демографияға бәйле хәл әүәлгесә күпкә яҡшыраҡ булып ҡала. Ҡала башлығы йәнә Өфөлә ауырлы ҡатындарҙың былтырғыға ҡарағанда бер ҙә кәмемәүенә иғтибар йүнәлтте, тимәк, тыуымды ла шул уҡ кимәлдә күҙалларға мөмкин.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, һуңғы бер нисә йылда Өфөлә халыҡтың тотороҡло тәбиғи артыуы күҙәтелә. Хатта бер мәл Өфө халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән берҙән-бер миллионлы ҡала ла булып ҡалғайны (Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда). 2009 һәм 2010 йылдарҙа халыҡтың тәбиғи үҫеше Өфөлә ике мең самаһы кеше тәшкил иткән. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө тыуым кимәле буйынса Рәсәй мегаполистары араһында тағы алдынғы урынға сыҡты. 2010 йылда тәбиғи артыу Өфөнән тыш ни бары ике ҡалала –Новосибирскиҙа һәм Екатеринбургта ғына теркәлгән.