5 декабрь, Дүшәмбе

16 август 2011 йыл, 13:22

Башҡортостанда 2015 йылға тиклем саүҙаны үҫтереү буйынса программа раҫланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2011-2015 йылдарға сауҙаны үҫтереү буйынса республика программаһы раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу тармаҡты үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, бюджет системаһына һалым керемен арттырыуға булышлыҡ итәсәгенә ышана белгестәр.

Эксперттар фаразлауынса, ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең йыллыҡ үҫеше 5,5 проценттан да кәм тәшкил итмәйәсәк, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 2015 йыл аҙағына 925 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ алдағы биш йылда инфраструктураны үҫтереүгә, ҡулланыусылар баҙары объекттарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә 10 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла. Отчет биреү осорона халыҡтың сауҙа майҙандары менән тәьмин ителеше республиканың 1000 кешеһенә 615 квадрат метрға тиклем артырға тейеш. Ҡулланыусылар баҙары ойошмаларында 15 меңгә тиклем яңы эш урындарын булдырыу планлаштырыла.

Указдың үтәлешенә контроллек итеү бурысы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

темалар: сауҙа