Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Уртаса эш хаҡы Өфөлә – 23800 һум

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса уртаса эш хаҡы кимәле Өфөлә 23800 һумға етте. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, һәм уның менән Өфө илдең миллионлы ҡалалары араһында өсөнсө урынды биләй (Мәскәү менән Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда). Уртаса эш хаҡы Екатеринбургта һәм Новосибирскиҙа ғына юғарыраҡ. Әммә был күрһәткес буйынса Өфө, Павел Качкаев әйтеүенсә, Екатеринбургҡа етеп килә.

Бер йылда уртаса эш хаҡы Өфөлә 12 процентҡа тиерлек артҡан. Сағыштырыу өсөн, 2010 йылдың көҙөндә ул 21 165 һум тәшкил итһә, быйыл майҙа 23 400 һум булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть