10 декабрь, Шәмбе

16 август 2011 йыл, 12:11

Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы арзанайҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанстат мәғлүмәтенә ярашлы, минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһының хаҡы Башҡортостанда июлдә 2537,93 һум тәшкил итте. Июнь менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлек кәрзине 67 һумға арзанайған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, минималь тупланма хаҡы хеҙмәткә һәләтле йәштәге ир-егеттең туҡланыуы өсөн минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы нигеҙендә билдәләнә һәм йәшәү минимумы күләменең элементы һаналмай. Аҙыҡ-түлек тупланмаһының хаҡын иҫәпләгәндә (йәшәү минимумынан айырмалы) Рәсәй Федерацияһы субъекттары өсөн уртаҡ ҡулланыу нормалары файҙаланыла.

Үткән айҙа ҡулланыу ҡаҡтары индексы республикала 99,8% тәшкил иткән. Был иһә аҙыҡ-түлектең 0,2 процентҡа арзанайыуын аңлата. Статистиктар иҫәпләүенсә, июлдә май, һөт һәм һөт продукцияһы, сыр, он, икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары, ярма һәм борсаҡ 1 процентҡа тиерлек арзанайған.

Йәшелсә-емеш продукцияһына миҙгелле хаҡтар кәмеүе күҙәтелә. Июлдә улар 6,6 процентҡа арзанайған.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер продукттарға хаҡ арта. Бер аҙға, 0,1-ҙән 0,5 процентҡа тиклем, макарон һәм кондитер изделиелары, ит продукттары һәм балыҡ, алкоголь продукцияһы ҡиммәтләнгән. Статистиктар йомортҡаға хаҡтар күтәрелеүен билдәләй: бер айҙа улар 11 процентҡа ҡыйбатланған.