11 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2011 йыл, 11:58

Журналистарҙы «Таҙа һыу донъяһы» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәй киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен «Таҙа һыу донъяһы» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Ижади сара Федераль һыу ресурстары агентлығы һәм РФ Журналистар союзының Журналист-экологтар ассоциацияһы ярҙамында үткәрелә.

Сараны ойоштороусылар киләһе маҡсаттар ҡуя – йәмғиәттең киң ҡатламдарына һыу менән рациональ файҙаланыу мәсьәләләре, илдең һыу-коммуналь комплексы үҫеше хаҡында һөйләү, граждандарҙа һыу ресурстарын һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплылыҡ тойғоһон уятыу.

Конкурста федераль һәм төбәк баҫма журналистары ҡатнаша ала. Еңеүселәр киләһе биш номинацияла билдәләнәсәк: «Һыу менән файҙаланыу мәсьәләләре», «Шәхес», «Һыу – йәшәү сығанағы», «Һыу һәм инновациялар», «Ҡала өсөн һыу», шулай уҡ ике махсус номинация ҡаралған: «Һыу һаҡлау буйынса йәмғиәт ҡаҙаныштары» һәм «Иң яҡшы йәш журналист» (30 йәшкә тиклемге авторҙар өсөн).

2011 йылдың 1 октябрендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Иң яҡшы эш авторҙары конкурс ойоштороусылары һәм партнерҙарынан дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт — www.voda-smi.ru сайтында.