Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары «МАКС-2011» X халыҡ-ара авиация-космос салонында ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

16-21 августа Мәскәү эргәһендәге Жуковский ҡалаһында М.М.Громов исемендәге осоу-һынау институты аэродромында «МАКС-2011» X халыҡ-ара авиация-космос салоны үтәсәк.

Ойоштороусылар авиасалон өсөн рекордлы булған 600 мең кешене көтә. Салонға килеүселәр Рәсәй конструкторҙарының өр-яңы эшләнмәләре менән таныша аласаҡ.

«МАКС-2011» авиасалонында 800-ҙән ашыу Рәсәй һәм сит ил етештереү комапаниһының ҡатнашыуы көтөлә, улар 241 һауа судноһын тәҡдим итәсәк.

«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, «МАКС-2011» күргәҙмәһендә ил авиацияһы һәм оборона сәнәғәте комплексы өсөн продукция етештереүсе Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнашасаҡ. Улар араһында — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Кумертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар.

Авиасалон эшендә предприятиеларҙың рәсми делегациялары ҡатнашасаҡ. Авиакосмос сәнәғәтенең яңы эшләнмәләре менән танышыуҙан тыш, улар партнерҙар менән төрлө осрашыу һәм һөйләшеүҙәрҙә, шулай уҡ фәнни конференция һәм симпозиумдарҙа ҡатнашасаҡ.

«МАКС-2011» донъя кимәлендәге мөһим сараға әүереләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала белгестәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть