10 декабрь, Шәмбе

16 август 2011 йыл, 9:07

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында яңы етәксе менән таныштырҙылар

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин эш башланы. Хеҙмәткәрҙәрен уның менән Рәсәйҙең эске эштәр министры урынбаҫары Сергей Герасимов таныштырҙы. Бынан алдағы министр Игорь Алешин кеүек үк, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы башлығы СССР Эске эштәр министрлығының Омск юғары мәктәбен тамамлаған.

— Омск мәктәбе  криминаль блоктағы белгестәр әҙерләй. Михаил Иванович енәйәт тикшереү бүлегендә оперативник булып эш башлаған, — тип һөйләне уның хаҡта федераль чиновник. — Ул шулай уҡ иҡтисади именлек һәм ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениеларында хеҙмәт иткән. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығына яңы етәксе тәғәйенләү буйынса ентекле эш алып барылды, кандидаттарға бер нисә талап ҡуйылып, уның һөҙөмтәләре буйынса Михаил Закомалдин һайланды. Уның сәләмләү телмәре ҡыҫҡа булды:  

— Ил етәкселегенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселегенә ышаныс күрһәтеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт, сөнки бындай вазифаға тәғәйенләнеү ысынлап та ҙур ышанысты аңлата, һәм ул аҡланасаҡ, тип ышандыра алам.  

Башҡортостанға тәғәйенләнеүенә тиклем полиция генерал-майоры Карелия Эске эштәр министрлығына етәкселек иткән. Сергей Герасимов аңлатыуынса, яңы етәксе Үҙәк аппаратта стажировка үткән, унда яңы вазифала эшләү буйынса кәңәштәр һәм тәҡдимдәр алған.

Республика эске эштәр министрын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов тәбрикләне:

— Һеҙҙең был яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүегеҙ Эске эштәр министрлығы системаһын үҙгәртеп ҡороу кеүек ябай булмаған осорға тура килде. Әммә Башҡортостандың тәртип һаҡсылары һәр ваҡыт намыҫлы хеҙмәт итә, һәм мин, бындай хеҙмәткәрҙәр менән теләһә ниндәй мәсьәләне лә хәл итеү һеҙҙең ҡулығыҙҙан киләсәк, тип ышанам.

Рәсми таныштырыуҙан һуң Михаил Закомалдин матбуғат вәкилдәре менән аралашты. Уның әйтеүенсә, «иҡтисади енәйәттәргә һәм коррупцияға ҡаршы көрәш кәмемәйәсәк, артасаҡ ҡына. Әгәр әүәлге министрҙың да Карелиянан булыуын иҫәпкә алғанда, эшкә ҡарашыбыҙ беҙҙең бер үк тиерлек». Игорь Алешин икенсе эшкә күскәндән һуң министрлыҡ етәкселегендә бушаған вакансияларға килгәндә, министр, «йөҙ процентҡа тиерлек урындағы хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнәсәк. Әгәр кемдер килә икән, был бик һирәк күренеш буласаҡ. Тәғәйенләүҙәр бөгөн үк тикшерелә башланы». Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн министр унан алдағы етәксегә мөрәжәғәт итергә йыйынмай: «Үҙаллы ҡарар ҡабул итер өсөн тәжрибәм һәм белемем етерлек», — тине ул.