Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан вәкилдәре «Кынар кабон» Халыҡ-ара ижади симпозиумында ҡатнаша

Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Удмуртияла «Этнофутуристик симпозиум — «Яҡтылыҡ сәнғәте» мегапроект сиктәрендә «Кынар кабон» IV Халыҡ-ара ижади симпозиумы үтә, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Фестиваль-симпозиумда Удмуртия, Мордовия, Башҡортостан, Татарстан, Марий Иле, Эстония, Финляндия, Пермь крайы, Санкт-Петербургтан 20-нән ашыу рәссам һәм ижади кеше ҡатнаша.

Симпозиум барышында һәр рәссамға станокта өс ижади эш башҡарырға тәҡдим ителә. Проект күргәҙмә менән тамамланасаҡ.

Дүртенсе проект — «Кынар кабон» симпозиумы Удмуртияның «Ижкар» ижади берекмәһе» төбәк республика йәмәғәт ойошмаһының «Этнофутуристик симпозиум — «Яҡтылыҡ сәнғәте» мегапроекты дауамы һәм өлөшө, шулай уҡ 1998 йылда ойошторолған «Этнофутуристик фестиваль» мегапроекты дауамы булып тора. Проект 11 халыҡ-ара этнофутуристик фестиваль һәм 3 ижади симпозиум нигеҙен тәшкил итә.

Удмуртия Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект маҡсаты – төрлө быуын рәссамдарын хәҙерге заман һынлы сәнғәтенә йәлеп итеү. Концептуаль фекерләргә, ижади мәсьәләләр ҡуя белергә өйрәтеү, уларҙы текстарҙа ла, визуаль һынланышта ла кәүҙәләндерә белергә, үҙеңдең концепцияңды яҡлап, киң аудитория алдында сығыш яһай белергә өйрәтеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть