4 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2011 йыл, 18:00

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2011 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға конкурс старт ала. Тейешле бойороҡҡа бөгөн, 15 августа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡул ҡуйҙы.

Проекттарҙы баһалаясаҡ комиссияны БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин етәкләйәсәк. Еңеүселәр киләһе дүрт номинацияла билдәләнәсәк: «Матбуғат баҫмалары», «Тармаҡ матбуғат баҫмалары», «Телевизион программалар һәм сюжеттар», «Интернет-публикациялар». Һәр береһендә — өс призлы урын һәм 70 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡарала. Премия фондының 50 проценты йәнә мәғлүмәт биреүгә, аныҡлау эшенә файҙаланылырға тейеш.

Конкурсҡа йомғаҡ 25 ғинуарҙа яһаласаҡ, ә еңеүселәргә бүләктәр – Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар – беренсе квартал дауамында тапшырыласаҡ.