8 декабрь, Кесе йома

15 август 2011 йыл, 17:03

Өфөлә «Fresh Point»: тәмәкене һутҡа алмаштырабыҙ» акцияһы старт алды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөнгө көндән Өфөнөң кафе, клуб һәм ресторан кеүек бер нисә предприятиеһы ниндәйҙер ваҡытҡа үҙенсәлекле бер зонаға әүереләсәк: унда һин биргән бер ҡап тәмәке өсөн һиңә яңы һығып алынған һут тәҡдим итәсәктәр. «Fresh Point»: тәмәкене һутҡа алмаштырабыҙ» акцияһы Kto1 рейтинг клубының эксперттар төркөмө башланғысы менән 15 августа старт алған.

«Башинформ» агентлығына Kto1.ru порталы етәксеһе Артем Клименко хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтарҙы көндөң ниндәй ваҡытында ниндәй һут менән һыйлаясаҡтарын, һәм ҡапта нисә тәмәке булырға тейешлеген – һәр предприятие үҙе билдәләй.

Бөгөн 10-лаған кафе һәм ресторан өфөлөләргә бер ҡап тәмәкене һутҡа алмаштырырға тәҡдим итә. Артем Клименко һүҙҙәренә ҡарағанда, акцияла ҡатнашыусы предприятиелар һаны артасаҡ әле:

— Иғтибарлы булығыҙ: был акцияның махсус логотибы урынлаштырылған һәр ерҙә лә һеҙ тәмәкене һутҡа алмаштыра алаһығыҙ. Һәр тәмәкенең кеше ғүмерен 15 минутҡа ҡыҫҡартҡанын яҡшы беләбеҙ. Сентябрь башында «Fresh Point» акцияһында ҡатнашыусыларҙың нисә минут ғүмерен һаҡлап ҡалғаныбыҙҙы иҫәпләйәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Артем Клименко.

темалар: акциялар