11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2011 йыл, 16:50

Республикала Әхмәт Лотфуллинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

автор: Людмила Терновая

Белорет районының Абҙаҡ ауылында СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға мемориаль таҡтаташ асыуға арналған тантаналы митинг үтте. Был хаҡта район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Айгөл Кирамова хәбәр итте. Таҡтаташ асыу тантанаһында Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев,  «Рәсәй Рәссамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының республикалағы бүлексәһе етәксеһе Фәтих Фазылов, Әхмәт Лотфуллиндың хәләл ефете Луиза Лотфуллина ҡатнашҡан.

Мемориаль таҡтаташ Абҙаҡ ауылы мәктәбендә ҡуйылған. 2008 йылда БР Хөкүмәте ҡарары менән уҡыу йортона яҡташтарының, билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың исеме бирелгән.

Митинг мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу менән тамамланған.

темалар: рәссамдар