Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында урман яна

Иҡтисад

Республикала бер юлы ике урман янғыны ҡотора. 13 августа Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә сыҡҡан янғынды әле булһа һүндерә алмайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, дөйөм янғын майҙаны 33 гектар тәшкил итә. Уларҙың 12 гектарын урман ҡаплаған, 21 гектары урманы булмаған территория һанала. Был йыл башынан алып Башҡортостанда сыҡҡан иң ҙур янғын. Уны һүндереү өсөн 30 кеше һәм 11 махсуслаштырылған техника берәмеге йәлеп ителгән.

Икенсе урман янғыны хаҡында мәғлүмәт диспетчер пультына яҡынса бер сәғәт элек килде. Әлегә уның Ейәнсура урман хужалығы биләмәһендә сыҡҡаны ғына билдәле. Киҫкен хәл килеп тыуған урынға янғын һүндереү буйынса мобиль төркөм йүнәлтелгән. Янғын ялмап алған урман майҙаны әлегә билдәле түгел, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығынан. Ике янғындың да сәбәптәре әле асыҡланмаған.

Ағымдағы йыл башынан Башҡортостанда йәмғеһе 73 урман янғыны теркәлгән. Һуңғыһын иҫәпкә алмағанда, дөйөм янғын майҙаны 458 гектар тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть