Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала бөгөн 9000 эшһеҙгә 14000 вакансия тура килә

Иҡтисад

Туғыҙ мең эшһеҙгә 14 меңдән ашыу буш эш урыны – әлеге мәлдә Өфөнөң хеҙмәт баҙарында ошондай статистика күҙәтелә. Ҡалала эшһеҙлек кимәле 1,64 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты (эш эҙләүселәр һәм вакансиялар иҫәбенең нисбәте) әле 0,68-гә тиң. Йыл башынан алып 600 самаһы өфөлө эшкә урынлаштырылған.

Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса ике мең самаһы кеше Өфөнөң Мәшғүлек үҙәге хеҙмәтттәренән файҙаланған. 600-ләгән өфөлө эшкә урынлашыу мөмкинлеген алған. Йәнә 60 кеше ҡала хеҙмәт биржаһының белешмәләр хеҙмәте телефоны аша бушлай консультация алған. 50-нән ашыу эшһеҙ Мәшғүллек үҙәге аша баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡырға ебәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть