Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә Нанотехнологиялар конгресы үтәсәк

Иҡтисад

23-25 августа Башҡортостан күләмле наноструктуралы материалдар менән шөғөлләнеүсе 200 ғалим һәм сәнәғәтсене ҡабул итәсәк. Уларҙың етмеше – донъя кимәлендә билдәле исемдәр.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөлә Нанотехнологиялар конгресын үткәреү тураһында вице-премьер Марат Мөлөков хәбәр итте.

Конгресс сиктәрендә II махсуслаштырылған юғары технологиялар күргәҙмәһе, «Күләмле наноструктуралы материалдар: фәндән BNM инновацияларына-2011» өсөнсө халыҡ-ара симпозиумы, түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк.

Республика белгестәре өсөн «Инновациялар, мәғариф, фән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бәләкәй инновацион предприятие өлгөһөндә наноиндустрия өлкәһендә технологиялар трансферын ойоштороу үҙенсәлектәре» мастер класы ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть