Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стәрлебаш районында шәжәрә байрамы үтте

Йәмғиәт

Үткән ял көндәрендә Башҡортостандың Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылы эргәһендә «Шәжәрә» һәм «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамдары үтте.

Байрамға килеүсе ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын Иҫке Ҡалҡаш ауыл советы башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин сәләмләне, ул ауыл биләмәһе тормошо, киләсәккә пландары тураһында һөйләне.

Үҙҙәренең тирмәләрен Ҡотлошиндар, Насыровтар, Һөйәрғоловтар, Ҡунаҡҡоловтар, Бикташевтар, Сәғитовтар ырыуҙары вәкилдәре урынлаштырған ине. Байрам ҡунаҡтарын улар йыр-бейеү менән ҡаршылап торҙо.

Сәхнәлә сараның рәсми өлөшө үтте. Һәр ырыу үҙенең шәжәрәһе менән таныштырҙы, ырыу тарихы, мөһим ваҡиғалары, билдәле кешеләре хаҡында һөйләне. Алдан әҙерләнгән концерт номерҙыры ла тәҡдим ителде.

Йомғаҡтар байрамда уҡ яһалды. «Әүҙем ҡатнашҡандары өсөн» номинацияһында – Ҡотлошиндар ырыуы, «Иң татыу тирмә» номинацияһында – Һөйәрғоловтар, «Артистарса иң оҫта тирмә» номинацияһында – Сәғитовтар нәҫеле, «Иң йәмле тирмә» номинацияһында – Ҡунаҡҡоловтар ырыуы, «Иң ҡунаҡсыл тирмә» номинацияһында – Бикташевтар һәм «Башҡорт халҡының йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса иң яҡшы тирмә» номинацияһында Насыровтар нәҫеле еңеп сыҡты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть