9 декабрь, Йома

15 август 2011 йыл, 12:08

Һуңғы биш йылда сабыйҙар үлеме Башҡортостанда 1,6 тапҡырға кәмегән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Динамикала һуңғы биш йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме 1,6 тапҡырға кәмегән һәм 2010 йылда 6,9% тәшкил иткән. Һуңғы ярты йылда сабыйҙар үлеме республикала 6,2% тәшкил иткән (Рәсәй буйынса — 7,1%, Волга буйы федераль округында – 6,3%). Республикала сабыйҙар үлеменең иң юғары күрһәткестәре Ҡалтасы, Балаҡатай, Федоровка, Борай, Архангел, Йылайыр, Стәрлебаш, Ғафури һәм Мишкә райондарында теркәлгән. 11 биләмәлә иһә сабыйҙар үлеме бөтөнләй теркәлмәгән, Өфө буйынса ул 4,3% тәшкил иткән. Бер йәшенә тиклем йәшәй алмағандарҙың өстән бер өлөшө етлекмәй тыуған, 52% социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙә тыуған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ағымдағы йылдың ғинуарынан июнгә ҡәҙәр Башҡортостанда йәмғеһе 26610 сабый донъяға килгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,7 процентҡа аҙыраҡ.

темалар: һаулыҡ һаҡлау