8 декабрь, Кесе йома

15 август 2011 йыл, 11:13

Башҡортостанда яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙы бизнес серҙәренә өйрәтәсәктәр

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты «Баштехинформ» республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы менән берлектә яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» программаһы буйынса ҡыҫҡа сроклы белем биреү курстарын үткәрәсәк.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Өфө ҡалаһында йәшәүсе граждандарҙың киләһе категориялары уҡырға саҡырыла: уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе эшләмәгән кешеләр, эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған граждандар, быйыл үҙ эштәрен асҡан йәки 2010-2011 йылдарҙа субсидия (старт-ап) алған эшҡыуарҙар.

Яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн уҡытыу программаһына бухгалтер иҫәбе һәм һалым, бизнесты планлаштырыу һәм бизнес-план төҙөү методикаһы, фирма иҡтисадында маркетинг роле һәм әһәмиәте, туристик предприятие ойоштороу ҡағиҙәләре кеүек дәрестәр индерелгән.

Курстарҙы ойоштороусылар алдында киләһе бурыс тора – граждандарҙа эшҡыуарлыҡ тураһында баҙар иҡтисады шарттарында мөһим эшмәкәрлек төрө булараҡ фекер формалаштырыу.

Курстар 12-22 сентябрҙә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 319-сы бүлмәлә үткәреләсәк.

Программа тамамланғас, белем алыусыларға билдәләнгән өлгөләге танытмалар тапшырыласаҡ.

Өҫтәмә мәғлүмәт һәм теркәлеү :(347) 273-62-18, 272-38-68, 273-56-12 телефондары буйынса (уҡытыу-методика үҙәге) йәки www.seminar.bash.ru сайтында.