9 декабрь, Йома

15 август 2011 йыл, 11:11

Илшат Тажетдинов Бөрйән районында күсмә ҡабул итеү үткәрҙе

автор: Сергей Захаров

Премьер-министр урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Бөрйән районында граждандарҙы ҡабул итте.

Төрлө һорауҙар буйынса уға 17 кеше мөрәжәғәт итте. Вице-премьер ауыл халҡы менән Урал аръяғы райондарының иҡтисади һәм социаль үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе, ер, торлаҡ, социаль мөнәсәбәттәргә, шулай уҡ райондағы юлдарҙы ремонтлауға ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү буйынса аңлатмалар бирҙе.

Визит сиктәрендә Илшат Тажетдинов Иҫке Собханғол урта мәктәбендәге, Бөрйән урман сәнәғәте комплексындағы эштәр торошо менән танышты, Иҫке Собханғол ауылының Базал биҫтәһенә барҙы, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең рәсми сайты.