Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары миллион тонна иген алыуға яҡынлашты

Иҡтисад

Тәүге миллион тонна игенде Башҡортостан аграрийҙары шаршамбыға һуғырға ниәтләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан. Бының өсөн ауыл эшсәндәренең бөтә мөмкинлектәре лә бар. Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса республикала 393 мең гектарҙа иген сабылған. Был планлаштырылғандың дүрттән бер өлөшө. Комбайнерҙар 330 мең гектарҙа ашлыҡ һуҡҡан. Ураҡ кампанияһы башланғандан алып республика бураларына 700 мең тонна иген һалынған.

Бөгөнгө көндә республиканың бар райондарында ла иген сабалар. Белорет районы ғына был исемлектә юҡ, сөнки унда ашлыҡ өлгөрөп етмәгән.

Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондарында һәм республиканың игенгә бай башҡа төбәктәрендә ураҡ кампанияһы яҡшы ойошторолған. Был райондарҙа майҙандарҙың 25-41 проценты урып һуғылған.

Мәләүездәрҙең уңышы мул. Был район хужалыҡтарында ошо көндәрҙә гектарынан 30,7-шәр центнер ашлыҡ алына. Республика буйынса уртаса күрһәткес – 21 центнер. Өфө районы игенселәре уларҙан бер аҙға ҡалыша – гектарынан 30 центнер. Тулайым йыйым буйынса Стәрлетамаҡ районы алдынғы урында. Бында бойҙай төшөмө 54,4 мең тоннанан ашып киткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть