Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала икенсел торлаҡ 0,2 процентҡа ҡыйбатланды

Иҡтисад

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 0,2 процентҡа ҡыйбатланды һәм квадрат метрына 46,81 мең һум тәшкил итте.

Өс бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 0,1 процентҡа артты. Торлаҡтың башҡа сегменттары иһә 0,2 процентҡа ҡыйбатланды.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ҡалалағы иң арзан фатир 1250 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Гвардия урамында урынлашҡан, майҙаны — 37 кв. метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Дөйөм майҙаны 202,4 кв. метрлыҡ был биш бүлмәле фатир Достоевский урамындағы йортта урынлашҡан.

Иң арзан бүлмәне Борисоглебский урамынан 580 мең һумға һатып алырға мөмкин. Уның майҙаны 37 кв. метр тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә хаҡы (26,2 кв. метр) — 1330 мең һум. Ул Пархоменко урамында урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 48 миллион һумға тәҡдим ителә. Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы районында урынлашҡан был йорттоң майҙаны 590 квадрат метр тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть