Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә республика сәнәғәт предприятиеларының иң яҡшы эшселәрен тәбрикләнеләр

Иҡтисад

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында республика сәнәғәт предприятиеларының иң яҡшы эшселәрен сираттағы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Башҡортостан Президенты Указына ярашлы 11 августа 22 кеше тәбрикләнде: алтауһына Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын тапшырҙылар, 16 кеше төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Карепанов күп йылдар дауамында башҡарған намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, тәбрикләнеүселәрҙе юғары исемдәре һәм лайыҡ булған наградалары менән ҡотланы.

Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығы өсөн республика сәнәғәтенең эш йомғаҡтарын ҡыҫҡаса баһалап, Игорь Карепанов ошо залда вәкилдәре ултырған барлыҡ предприятиеларҙың ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүҙәрен, эҙмә-эҙлекле үҫешеүҙәрен һәм үҙҙәренең өлкәләрендә лидер булыуҙарын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть