7 декабрь, Шаршамбы

12 август 2011 йыл, 17:41

Башҡортостанда туғыҙ медицина округының береһе Бөрө үҙәк район дауаханаһы нигеҙендә булдырыласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эре ҡала һәм үҙәк район дауаханалары нигеҙендә муниципаль-ара махсуслаштырылған үҙәктәр булдырыла. Ундай үҙәктәр нигеҙендә эргә-тирә райондарҙы үҙ эсенә алған туғыҙ медицина округы төҙөләсәк. Үҙәктәрҙең береһе яҡын арала Бөрө үҙәк район дауаханаһы нигеҙендә булдырыласаҡ. Урындағы халыҡ ҡына түгел, Асҡын, Балтас, Бөрө, Ҡариҙел һәм Мишкә райондары пациенттары ла махсуслаштырылған медицина ярҙамын ала аласаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө муниципаль-ара үҙәгенә 200-гә яҡын кеше беркетеләсәк. Дауахана нигеҙендә бер нисә яңы район-ара бүлексәләр ҙә булдырыласаҡ.