8 декабрь, Кесе йома

12 август 2011 йыл, 17:09

Республикала йәшәү минимумы уртаса 5739 һум тәшкил итәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән республикала ағымдағы йылдың икенсе кварталының уртаса бер ай өсөн йәшәү минимумы күләме раҫланды.

Йәшәү минимумының уртаса айлыҡ кимәле йән башына иҫәптә 5 739 һум тәшкил итте, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 6 130 һум, хаҡлы ялдағылар өсөн – 4 681 һум, балалар өсөн – 5 630 һум, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Унда асыҡлауҙарынса, ҡарар «Ҡулланыусылар кәрзине тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү һәм раҫлау тәртибе тураһында» республика закондарына ярашлы ҡабул ителгән.