8 декабрь, Кесе йома

12 август 2011 йыл, 16:38

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙың ҡыҙыу мәле

автор: Любовь Колоколова

Республика аграрийҙары өсөн иң ҡыҙыу мәл етте – иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙың ҡыҙған мәле, һауа шарттары ла ҡулай. Белгестәр әйтеүенсә, ул быйыл иң яҡшы ярҙамсы.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала уртаса уңыш һәр гектарҙан 20,8 центнер тәшкил итә. Былтыр был күрһәткес 9 центнер ине. Мул уңыш йыйыусылар араһында: Өфө (гектарынан 29,6 центнер), Саҡмағош (28,6) һәм Стәрлетамаҡ (27,9) аграрийҙары. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 294 мең гектар майҙанда (пландың 18 проценты) урылған, 486 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған.

Бынан тыш, төбәк хужалыҡтарында орлоҡто ағыу менән эшкәртеү эштәре бара. Был эште Ейәнсура районында тамамлағандар ҙа инде. Шулай уҡ Ҡариҙел, Нуриман, Көйөргәҙе райондары ла ҡалышмай.

Ужым ашлығын 660 мең гектар майҙанда сәсеү планлаштырылған. 27 район хужалыҡтарында был эшкә тотонғандар инде. Шулай итеп, Көйөргәҙе районында ужым ашлығы 3,2 мең гектар майҙанда сәселгән, был пландың 17 процентын тәшкил итә.