Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Йәшел муйынсаҡ» бөтә Рәсәй матурлыҡ экоконкурсында Башҡортостандан ике һылыу ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

«ЭКА МИР-2011» экология форумы сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәреләсәк «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостандан ике һылыуҡай ҡатнашасаҡ. Улар — Өфөнән Айгөл Түләкова һәм Октябрьский ҡалаһынан Лилиә Ғәләүетдинова.

— Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 22 авгусҡа тиклем онлайн режимда ҡабул ителә. Сарала экология өлкәһендә әүҙем позициялы һәм экологик проекттар, башланғыстар менән шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Беҙҙең республика исеменән ике ҡыҙ сығыш яһай. Башҡортостандан ҡатнашыусылар һанының артыуы ла мөмкин, сөнки ҡатнашыусылар исемлеге әле ябылмаған. «Йәшел муйынсаҡ» экоконкурсы финалы Краснодар крайында, Ҡара диңгеҙ буйында, 1-7 сентябрҙә «ЭКА МИР-2011» бөтә Рәсәй форумында үтәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «ЭКА» төбәк-ара экология йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Латыпова.

Конкурсты ойоштороусылар киләһене күрһәтергә теләй: бөгөнгө көндә гүзәллек – ул матур ҡиәфәт һәм шарм ғына түгел, ә экологик йәһәттән аңлы булыу, эштәрең менән ер-әсәбеҙгә ярҙам итергә теләү һәм әҙер булыу ҙа. Еңеүселәр конкурс символы – йәшел муйынсаҡ, төрлө приздар менән бүләкләнәсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән http://www.eca-planet.com/greenqueen.php сайтында танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть