5 декабрь, Дүшәмбе

12 август 2011 йыл, 14:07

Физкультурниктар көнөндә Өфөлә Корпоратив уйындар үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнөн билдәләгән көндө, 13 августа, «Динамо» стадионында Өфө хакимиәте башлығы Кубогына II Өфө корпоратив уйындары үтәсәк.

Ойоштороусылар — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Физик тәрбиә һәм спорт буйынса комитеты, Өфө ҡалаһының «Спортты үҫтереү үҙәге» муниципаль автономиялы учреждениеһы.

Спорт байрамы программаһы туғыҙ спорт төрөнән ғибәрәт. Уйындарҙа Өфөнөң һәр районынан бишәр команда ҡатнаша ала. Команда бер ойошма йәки предприятие хеҙмәткәрҙәренән торорға тейеш.

Ярыштар 10 сәғәттә башлана. Сараны асыу тантанаһы – 12 сәғәттә.