11 декабрь, Йәкшәмбе

12 август 2011 йыл, 12:53

Башҡорт дәүләт университеты сайты иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

автор: Эльмира Сабирова

«Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты абитуриенттар өсөн Рәсәй вуздары сайттарының аңлайышлылығын күҙәтеү һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Был күҙәтеү буйынса лидерҙар иҫәбендә — Башҡорт дәүләт университеты. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, университет максималь балл йыйған — 110. Лидерҙар иҫәбенә Рәсәйҙең тағы ла 13 юғары уҡыу йорто ингән.

Тикшеренеүҙәр ике этапта үткән. Беренселә — сайтта абитуриенттар өсөн кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәттәрҙең булыуы баһаланған. Унда, 135 балл йыйып, Башҡорт дәүләт аграр университеты беренсе килгән.

Икенсе этапта беренсе курсҡа алыу өсөн тәҡдим ителгән абитуриенттар исемлектәрен урынлаштырыу принциптарына иғтибар йүнәлтелгән. Бынан тыш киң аудитория өсөн файҙалы булған материалдар – вуз уҡытыусылары, уҡытыу программалары, уҡыу йортон тамамлаусылар тураһындағы мәғлүмәттәр булыуы ла баһаланған.

Беҙҙең республика вуздарының һөҙөмтәләре киләһесә: Башҡорт дәүләт университеты – 110 балл, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы – 80, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты – 75, Башҡорт дәүләт медицина университеты – 50, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы – 45 балл.

Тулы исемлек http://www.hse.ru/ege/transparence/2011/32631393/gos сайтында урынлаштырылған. Тикшеренеү Юғары иҡтисад мәктәбе тарафынан РФ Йәмәғәт палатаһы заказы буйынса үткәрелә.