11 декабрь, Йәкшәмбе

12 август 2011 йыл, 11:41

2011 йылда Башҡортостанда адреслы программалар сиктәрендә 232 йорт ремонтланасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

11 августа Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы конференц-залында коллегия ултырышы үтте. Унда ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында тармаҡ эшенең йомғаҡтары һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.  

Ултырышта БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева, БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһының начальник урынбаҫары Андрей Крылов, БР Президенты Хакимиәте контроль-аналитика идаралығының баш консультанты Альберт Сөләймәнов, республиканың муниципаль берәмектәре башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь предприятие етәкселәре ҡатнашты.

Коллегия барышында торлаҡ-коммуналь өлкәнең күп актуаль мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл адреслы программалар сиктәрендә 232 йорт ремонтланасаҡ. 25 меңгә яҡын кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Был хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ҡайһы бер муниципаль берәмектәргә ярҙам итеү маҡсатында ағымдағы йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса республика адреслы программаһы раҫланған. Был райондарҙың урындағы үҙидара органдары торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауҙы тәьмин иткән. Программа сиктәрендә 33 муниципаль берәмек аҡса аласаҡ. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн 150,5 миллион һум йүнәлтергә планлаштырыла. Дөйөм майҙаны 180,7 мең квадрат метрҙан артыҡ булған 157 күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү ҡаралған, ошоға бәйле 7764 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.