Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Аҡ Торна» конкурсына заявкалар ҡабул итеү 15 августа тамамланасаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә үткәрелгән төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ Торна» Халыҡ-ара конкурсына төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән йөҙгә яҡын эш ҡабул ителгән дә инде.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, шиғырҙар рус теленә башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төрөк һәм башҡа телдәрҙән тәржемә ителгән. Конкурс географияһы киңәйә, ә конкурс эштәре араһында хәҙерге заман шағирҙарының да, милли классиктарҙың да шиғырҙары тәржемәләре бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү 15 августа тамамланасаҡ. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, «Мәҙәниәт» ТВ-каналы, «Имидж-Консультант» консалтинг компанияһы, «Бельские просторы» һәм «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналдары.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеү генә түгел, аҡсалата бүләк алыу мөмкинлеге лә бар. Һәр номинацияла беренсе урын яулаусыға — 50000 һум, икенсе урын өсөн – 30000 һум, өсөнсө урын алыусыға 15000 һум күләмендә бүләк тапшырыласаҡ. Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә авторына 30000 һум күләмендә жюриның махсус бүләге ҡаралған. Конкурстың ете ҡатнашыусыһы сувенирҙар аласаҡ.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте aktorna.com сайтында, шулай уҡ (347) 291-11-93, 291-11-94, 291-11-95 телефондары буйынса ойоштороу комитетында һәм concurs@aktorna.com электрон почтаһы аша алырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть