9 декабрь, Йома

12 август 2011 йыл, 9:31

Өфөнән дүрт рәссам Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе проектында ҡатнашасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Кристина Абрамичева

Өфөнән дүрт рәссам Мәскәү хәҙерге заман күргәҙмәһенә барасаҡ. «Башинформ» агентлығына арт-тәнҡитсе Кристина Абрамичева әйтеүенсә, Тимофей Дорофеев, Максим Холодилин, Ринат Миңнебаев һәм Ринат Волигамси эштәре «Сәнғәт географияға ҡаршы» проектында ҡатнашыу өсөн һайланған.

— Өфө оҫталарының эштәрен 13 сентябрҙән 7 октябргә тиклем Хәҙерге заман сәнғәте үҙәге — Винзаводта күрергә була, — тине тәнҡитсе. Ул шулай уҡ асыу тантанаһының ике тапҡыр булыуын әйтте: тәүгеһе – 13 сентябрҙә һәм икенсеһе, беҙҙең рәссамдар ҡатнашлығында, – 24 сентябрҙә.

Винзавод (www.winzavod.ru) Рәсәй баш ҡалаһында иң модалы һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни майҙансыҡтарҙан һанала. Шуға күрә Өфө рәссамдарының уның проекттарының береһендә ҡатнашыуын өҫталарҙың үҙҙәре өсөн дә, Башҡортостандың хәҙерге заман сәнғәте өсөн дә ҙур ҡаҙаныш тип һанарға була.

Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе Рәсәй мәҙәни сәйәсәтендә мөһим системалы сараларҙың береһе булып тора. Быйыл ул 23 сентябрҙән 30 октябргә тиклем дүртенсегә үткәреләсәк. Программала Мәскәүҙә генә түгел, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Киев һәм Лондонда күрһәтеләсәк 70-кә яҡын махсус проект ҡаралған.