6 декабрь, Шишәмбе

11 август 2011 йыл, 18:09

Башҡортостанда алдағы йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 процентҡа артасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Фаразлауҙар буйынса, Башҡортостанда алдағы йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 процентҡа артырға тейеш. Дөйөм алғанда был 20894 һум. Республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 2010 йылдағыға ҡарағанда 1,65 тапҡырға артып, 2014 йылда 26950 һум тәшкил итергә тейеш.

Эш хаҡы фонды 2014 йылда республикала 396 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. 2010 йылда был күрһәткес 238 миллиард һумдан ашыу ине. Быйыл эш хаҡы фондының 269,5 миллиард һум тәшкил итеүе көтөлә. Бюджетты проектлау, Башҡортостанда һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм ҡулланыу буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияларының берлектәге кәңәшмәһендә БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әлеге мәғлүмәттәр менән бүлеште.

— Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты баһаһы буйынса, алдан фаразланған эш хаҡы параметрҙары дөрөҫ булыр, тип уйлайбыҙ. Уларға ярашлы, тулайым төбәк продуктында эш хаҡы фондының өлөшө (быйыл ул 30 процентҡа тиклем түбәнәйгән) 2014 йылға 33,3 процент тәшкил итәсәк, — тине Ленара Иванова.