7 декабрь, Шаршамбы

11 август 2011 йыл, 17:11

Башҡортостанға Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы делегацияһы килде

автор: Любовь Колоколова

11 августа Өфөгә Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Милли һөт етештереүселәр союзы делегацияһы килде. РФ Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү департаментының директор урынбаҫары Артем Крестьянинов етәкселегендәге делегация составына «Союзмолоко», «Термотранс», «Алькос-проект» компаниялары, «De Laval» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре инә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мәскәү ҡунаҡтарының ике көнлөк башҡорт ерендә булыу программаһы тығыҙ. Бөгөн улар «Бәләбәй һөт комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм Йәрмәкәй һөт ҡабул итеү пунктында буласаҡ, һөт йыйыу һәм ҡабул итеү эше менән танышасаҡ. Шулай уҡ Йәрмәкәй районы Иҫке Сүлле ауылының һәм Бүздәк районы Таулар ауылының һөт йыйыусылары менән осрашыу планлаштырылған.

Йома, 12 августа, Асҡын районында халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу, «Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй фестиваленә әҙерлек буйынса проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡарау планлаштырыла. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге менән осрашыу ойоштороласаҡ.