6 декабрь, Шишәмбе

11 август 2011 йыл, 16:03

Азамат Илембәтов: «Башҡортостанда төҙөлөш индустрияһының ҙур перспективалары бар»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

11 августа, Төҙөүселәр көнө профессиональ байрамы алдынан, Башҡортостан Хөкүмәтендә был тармаҡтың иң яҡшы эшселәре билдәләнде. Бүләкләү тантанаһында премьер-министр Азамат Илембәтов, вице-премьер Сергей Афонин, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов ҡатнашты.

Премьер-министр һүҙҙәренә ҡарағанда, Төҙөүселәр көнө был һөнәр кешеләренә ҡарата оло ихтирам тойғоһон сағылдыра.

— Граждандар төҙөлгән йорттар һәм республика үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтле, — тине Азамат Илембәтов, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. – Башҡортостандың төҙөлөш комплексына ҙур роль бүленә. Халыҡ именлегенә йүнәлтелгән етди бурыстар тора. Хөкүмәт, министрлыҡтар, төҙөүселәр, архитекторҙар, проектлаусылар – беҙ барыбыҙ ҙа ауыр, ләкин хәл итә алырлыҡ бурыстарҙы үтәү өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Төҙөүсе һөнәре үҙенә башҡа характер талап итә. Улар ныҡлы рухлы һәм көслө, һәр ваҡыт төплө һәм ныҡышмал кешеләр. Бөгөн был залда һөнәрҙең нәҡ шундай вәкилдәре йыйылған да инде. Был юғары наградаларҙы мин ҙур ҡәнәғәтлек менән һеҙгә тапшырам.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән төбәктәге төрлө төҙөлөш предприятиеларының бер нисә тиҫтә эшсеһе бүләкләнде. Шулай уҡ бөгөн Республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм архитекторы исемдәре лә бирелде. Бынан тыш, Башҡортостан Президенты Указы менән БР буйынса Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы Илдар Замалетдинов «БР хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған эшсеһе» исеменә лайыҡ булды.

Сара аҙағында Азамат Илембәтов республикала төҙөлөш индустрияһының ҙур перспективалары булыуын әйтте.

— Ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тармаҡ яйлап ҡына көрсөктән сыға бара, — тине ул. – Киләсәктә темптарҙың тик артыуына ғына ышанам. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләйәсәкбеҙ.