11 декабрь, Йәкшәмбе

11 август 2011 йыл, 14:25

Ҡалтасы районында йәшәүселәр «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр индерҙе

автор: Людмила Терновая

Ҡалтасы районының Күтәрем ауылында мәктәп, реабилитация үҙәге, дауахана эшселәре менән «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр индереү буйынса осрашыуҙар ойошторолдо. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Уҡытыусылар, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ауыл проблемаларын тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты. Фекер алышыуҙа ауылды төҙөкләндереү мәсьәләһе өҫтөнлөк итте. Атап әйткәндә, йәш ғаиләләр йәшәгән «Южный» биҫтәһенең социаль инфраструктураһы, Нефтселәр урамы юлының торошо, автомобилдәрҙе заправкалау станцияһы төҙөлөшө хаҡында һүҙ барҙы.

Ауыл халҡы фекеренсә, кешеләрҙең түбән мәҙәнилеге, эскелектең, наркоманияның киң таралыуы, йәш белгестәрҙең йәшәү урыны буйынса эшкә урынлаша алмауы шулай уҡ мөһим проблема булып тора.  

Ҡалтасы халҡының «Халыҡ программаһы»на индергән тәҡдимдәренең береһе – бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы кимәлен күтәреү. Ауыл халҡы фекеренсә, барлыҡ мәсьәләләрҙе, тәү сиратта, закон кимәлендә хәл итеү мөмкин. Ошонан һуң ғына ул закондар үтәүгә контроллек итеү мәсьәләһе актуаль була.