8 декабрь, Кесе йома

11 август 2011 йыл, 13:29

Башҡортостанда йәштәр инновацион форумының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

26-28 сентябрҙә Башҡортостанда йәштәр инновацион форумы үтәсәк. Уны ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы һәм республиканың юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы.

Сара сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр инновацион форумының исеменә һәм иң яҡшы эмблема проектына конкурс иғлан итте.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, форум исеме һәм эмблемаһы йәштәрҙең, эшҡыуарлыҡтың һәм инновацияларҙың берҙәмлеген сағылдырырға тейеш. Логотип материалдары psd йәки cdr форматтарында тәҡдим ителергә тейеш.

Эштәр 1 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса 27-се бүлмәлә ҡабул ителә. Телефондар: 8(347) 251-57-11, 251-14-75 (ф.); ostm@inbox.ru.

Конкурста еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.