4 декабрь, Йәкшәмбе

11 август 2011 йыл, 12:54

Иртәнге зарядка йәш өфөлөләрҙе йәлеп итә

автор: Марина Шумилова

Һәр кесе йома һайын өфөлөләр «МегаФон» ойошторған «Зарядке-PARTY» сараһында ҡатнаша ала. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Каруанһарай алдында мәктәп уҡыусылары, студенттар йыйыла, иртәнге марафонда йәш гвардиясылар ҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн Каруанһарай алдында иллеләп кеше йыйылған, улар өсөн асыҡ һауала физик күнекмәләр яһау – көндөң яҡшы башланыуы. Өҫтәүенә, күнекмәләрҙән һуң барыһын да Өфөнөң популяр ресторандары селтәренән «чемпиондарҙың иртәнге ашы» көтә ине.

— «МегаФон» күп йылдар дауамында Рәсәй спортын пропагандалауҙа әүҙем ҡатнаша, сөнки милләт һаулығы, сәләмәт балалар һәм йәштәр – ул Рәсәйҙең уңышлы киләсәк нигеҙе, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһындағы «МегаФон» компанияһы директоры Михаил Иконников. – Компания Сочиҙа Олимпия һәм Паралимия уйындарының, Ҡаҙанда 2013 йылғы Бөтә донъя йәйге Универсиаданың генераль партнеры булып тора. Беҙҙе спортсылар менән күп нәмә берләштерә — лидерлыҡ, маҡсатлы булыу, үҫеш. Спортта мөһим булған ҡиммәттәр беҙҙең компанияға ла яҡын.

Һәр кесе йома һайын күмәкләп физик күнекмәләр эшләү йәй аҙағынаса дауам итәсәк.

— Бындай иртәнге зарядка үҙеңде яҡшы физик формала тотоу мөмкинлеген генә биреп ҡалмай, кәйефте лә күтәрә, — тип әйтә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» активистары. – Был – тиҫтерҙәребеҙ өсөн сәләмәт тормош алып барыуҙың сағыу бер өлгөһө. Йәш гвардиясылар барыһы ла сәләмәт тормош яҡлы. Зарядка үткәргән һайын бында күберәк булырыбыҙға ышанабыҙ.