5 декабрь, Дүшәмбе

11 август 2011 йыл, 11:45

Башҡортостан Республикаһы бюджетын проектлау онлайн режимда ҡараласаҡ

автор: Сергей Захаров

11 августа, 15 сәғәттә, бюджетты проектлау, Башҡортостанда һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм ҡулланыу буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияларының берлектәге кәңәшмәһе үтәсәк.

Ултырыш республика Хөкүмәтенең www.pravitelstvorb.ru/ рәсми порталында онлайн режимында күрһәтеләсәк.

Алдағы дүрт йылға Башҡортостандағы социаль-иҡтисади үҫеш прогноздарының асыҡланған параметрҙарына ҡағылышлы, шулай уҡ эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы фонды, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы, иҡтисад өлкәһендә мәшғүл булғандар һаны һәм башҡа социаль параметрҙар прогнозына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарау планлаштырыла.

Шулай уҡ һалымдар тураһындағы закондарҙың төп үҙгәрештәре һәм 2012 йылға һәм урта сроклы осорға республика бюджетының килемле өлөшөн проектлау тураһында; 2014 йылға тиклем срокка республика бюджетынан финанслауға иҫәпләнгән республика (оҙайлы сроклы һәм урта сроклы) һәм ведомство маҡсатлы программалары проекты тураһында; алдағы йылға Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджетын проектлау тураһында һүҙ барасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.