9 декабрь, Йома

10 август 2011 йыл, 17:54

«Ижтимағи электрон гәзит»тең i-gazeta.com сайтында Александр Никериндың онлайн-конференцияһы үтте

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

2011 йылдың 10 авгусында 11.00 сәғәттән алып 12.00 сәғәткә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит»тең i-gazeta.com сайтында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың онлайн-конференцияһы үтте.

11 сәғәттән алып 12 сәғәткә тиклем «Министрға һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит»кә инеүсе һәр кем уға мөрәжәғәт итә ала ине.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтында видеотапшырыу  «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән ойошторолдо.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының онлайн-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында сағылыш табасаҡ.

Тейешле техник эштәр башҡарылғас, «Ижтимағи электрон гәзит»тә онлайн-конференциянан тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.