4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2011 йыл, 17:09

Башҡортостанда «Балаларҙы мәктәпкә әҙерләйек» шәфҡәтлелек акцияһы старт алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда «Балаларҙы мәктәпкә әҙерләйек» шәфҡәтлелек акцияһы старт алды. Ул мосолмандарҙың «Байтул Мал» шәфҡәтлелек фонды менән ойошторолған.

«Башинформ» агентлығына фонд директоры Артур Насибуллов хәбәр итеүенсә, акция барышында ярлы ғаиләләрҙән һәм республиканың социаль приюттарынан балалар өсөн мәктәп формаһы, спорт кәрәк-яраҡтары, китап сумкалары йыйыла. Бынан тыш, бәләкәй балалар өсөн уйынсыҡтар һәм китаптар ҙа йыйыла.

Акция бер нисә сауҙа селтәре менән берлектә үткәрелә. Балаларға ярҙам күрһәтеүҙә магазин хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ сабыйҙарҙы альбомдар, ҡәләмдәр, китаптар менән тәьмин иткән һатып алыусылар ҙа ҡатнаша.

темалар: дин, балалар