Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүге мосолмандар китапханаһы асыласаҡ

Йәмғиәт

Тәүге мосолмандар китапханаһы Өфөлә 1 сентябрҙә асыласаҡ. Әлеге ваҡытта китаптар һайлау һәм китапхананы асыуға әҙерләү менән «Байтул Мал» шәфҡәтлелек фонды мәшғүл. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Фонд директоры Артур Насибуллов хәбәр итте.

— Беҙ ике маҡсат менән эшләйбеҙ, — тип комментарий бирҙе ул. – Беренсенән, ислам тураһындағы мәғлүмәт менән һәр кем таныша алһын өсөн. Икенсенән, кешеләр китап һатып алыуға ҡулланған аҡсаларын ғаилә бюджетына йүнәлтә алһын өсөн. Барлыҡ китаптарҙы ла һатып алып бөтөп булмай бит – китап магазиндарында күҙҙәр ҡамаша. Ә махсуслаштырылған китапханала уларҙы билдәле бер ваҡытҡа бушлай алырға була.

Буласаҡ мосолмандар китапханаһы өсөн китаптар «Мәҙинә» нәшриәте менән бергә һайлана. Китаптар ойошмаларҙан һәм айырым кешеләрҙән ҡабул ителә. Улар барыһы ла алдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Рәсәй ислам университетының эксперттар советын үтә.

Китаптар, башҡа китапханаларҙа кеүек үк, билеттар буйынса биреләсәк. Китапхана Октябрь проспекты, 85/2 адресы буйынса урынлашасаҡ. Китаптар фонды башта бәләкәй булһа ла, аҙаҡтан уны ҙурайтырға планлаштырыла. Бынан тыш, «Байтул Мал» фонды балалар йорттары һәм приюттар өсөн дә китаптар йыя.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть