3 декабрь, Шәмбе

10 август 2011 йыл, 15:39

Сентябрҙә Башҡортостанда Йәш журналистар фестивале үтәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

16-17 сентябрҙә Өфөлә VIII Республика йәш журналистар фестивале үтәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Журналистар союзы сара программаһын әҙерләй һәм уны үткәреү урынын билдәләй.

— Беҙ профессиональ слет үткәреү буйынса һәр кемдең дә фекерен ишетергә әҙер, — тип хәбәр иттеләр Журналистар союзында. – Фестивалдә 35 йәшкә тиклем һәр журналист ҡатнаша ала, ләкин бер редакциянан икенән артыҡ ҡатнашыусы булырға тейеш түгел.

Тәҡдимдәр journalist-rb@yandex.ru электрон почтаһына 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.