Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан командаһы Шотландияла Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарында 11 миҙал яулаған

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры «Ижтимағи электрон гәзит»тә онлайн-конференция барышында Шотландиянан ҡыуаныслы хәбәр менән бүлеште.

Был илдең Ланаркшир графлығында Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындары үтте.

Республика исеменән 17 өфөлө сығыш яһаған, улар еңел атлетика, йөҙөү, дзюдо һәм бадминтон спорт төрҙөрендә ҡатнашҡан.

Сара һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең командала – 11 миҙал: өс «алтын», ике «көмөш» һәм алты «бронза».

Был ҙур форумда 35 ил ҡатнашҡан, йәғни 76 ҡаланан 1500 ҡатнашыусы.

— Был ысын мәғәнәһендә балалар Олимпия уйындары. Унда беҙҙең балаларҙың ҡаушап ҡалмауына мин бик шатмын, — тип билдәләне Александр Павел улы.

Ләкин иң мөһиме, 2013 йылғы Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын үткәреү Өфөгә ышаныслы тапшырылған. Был һорау Ланаркшир графлығында урында уҡ ойоштороу комитеты ултырышында ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть