4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2011 йыл, 14:37

Башҡортостанда «Асылыкүл» тәбиғәт паркы булдырылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлау һәм рекреацион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу маҡсатында «Асылыкүл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды. Республика Хөкүмәтенең тейешле Ҡарарына Премьер-министр Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.  

«Асылыкүл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына тапшырылған. Республиканың Урман хужалығы министрлығына үҙ сиратында учреждениеға Әлшәй, Бәләбәй һәм Туймазы урман хужалыҡтарынан тәбиғәт паркы сиктәрендә булған урман участкаларын даими ҡулланылышҡа бүлеп биреү ҡушылды.

Документҡа ярашлы, учреждение штатында 21 кеше булырға тейеш. Әлеге Ҡарар менән «Асылыкүл» тәбиғәт паркы тураһында Положение ла раҫланған. Унда тәбиғәт паркының төп бурыстары, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге теркәлгән.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, учреждение сығымдары «Башҡортостан экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программа сиктәрендә финансланасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәйек, 1993 йылдан «Асылыкүл» паркы милли статусын йөрөтә ине. Ул федераль кимәлдәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы булды. Бөгөн уны «тәбиғәт» паркы тип атап, статусын ғәмәлдәге ҡануниәткә яраштырыу зарурлығы тыуҙы. Бынан алып айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһының режимын көйләү – республика хоҡуғы.