4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2011 йыл, 12:51

Башҡортостан экологтары «ЭКА-МИР-2011» бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан активистары «ЭКА-МИР-2011» бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ. Ул 1-6 сентябрҙә «Орленок» балалар үҙәге нигеҙендә Краснодар крайында үтәсәк. Форумдың төп маҡсаты –экология мәсьәләләрен хәл итеү, «йәшел» иҡтисадты үҫтереү, эко-инновацияларҙы ҡулланылышҡа индереү һәм Рәсәйҙә «йәшел» идеяларҙы таратыу өҫтөндә эшләгән власть, бизнес, гражданлыҡ йәмғиәте, киң мәғлүмәт саралары, фәнни берләшмә вәкилдәренең үҙ-ара аралашыуы өсөн майҙан булдырыу.

«ЭКА» төбәк-ара экология йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Латыпова һүҙҙәренә ҡарағанда, илдең һәм донъяның төрлө төбәктәренән 500 тирәһе власть, бизнес мөхит вәкиле, эксперттар үҙ илендә эко-иҡтисадты һәм «йәшел» сәйәсәтте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Экологик таҙа транспорт, сүп-сар эшкәртеү, ҡалдыҡтары булмаған етештереү, аҙ ҡатлы эко-төҙөлөш, «йәшел» эшҡыуарлыҡ, эко-мәҙәниәт, эко-мәғариф һәм эко-журналистика форум эшенең төп йүнәлештәре буласаҡ.

Бынан тыш, форум сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы үткәреләсәк.