7 декабрь, Шаршамбы

10 август 2011 йыл, 11:58

Башҡортостан бизнес өсөн уңайлы шарттары булған ун төбәк иҫәбенә инә

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү шарттары буйынса 40 төбәк араһында үткәргән рейтингына ярашлы Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырған Рәсәй төбәктәре араһында унынсы урында тора.

Тикшеренеү проектының төп маҡсаты – Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарында эшҡыуарҙар фекеренә нигеҙләнеп, бизнес-климат сифатын баһалау. Проект бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы етәкселәренән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан һорау алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнгән.

Белгестәр билдәләүенсә, бәләкәй һәм урта  бизнес үҫешенә йоғонто яһаусы өс фактор бар: төбәктә һорау менән ҡулланыу шарты, иҡтисадтың тармаҡ төҙөлөшө үҙенсәлеге, төбәк бизнес-климаты.

Башҡортостан Республикаһында, тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, бәләкәй һәм урта бизнес үҫешендә кеше һәм финанс ресурстары дефициты, транспорт-логистика һәм энергия инфраструктураһы төп проблемалар булып тора. Республикала эшҡыуарҙар бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаларын яҡшы белә. Тикшеренеүселәр шулай уҡ төбәктә бәләкәй һәм урта бизнес үҫеш мәсьәләләренә иғтибар бүленеүен билдәләй.

Төп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан бизнес-климатына ыңғай баһа бирелә.

Бынан тыш, Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында ла ошондай уҡ рейтинг үткәрелгән. Бында Өфө бишенсе урында тора. Тикшеренеүселәр Башҡортостан баш ҡалаһының киләсәктә Ҡаҙан, Һамар һәм Омск ҡалалары менән бер рәттән лидерҙарға конкурент була алыуын билдәләй. Дөйөм алғанда Өфөлә бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше өсөн шарттар сифатын «уртасанан юғарыраҡ» тип баһалай улар.