3 декабрь, Шәмбе

10 август 2011 йыл, 10:50

Шәфҡәтлелек ярҙамын күрһәтеүселәр һалым түләмәйәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өҫтәлгән ҡиммәткә һалым түләмәйәсәк. «Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм шәфҡәтлелек эшмәкәрлегенә һалым билдәләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының икенсе бүлегенә төҙәтмәләр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйып, Президент Дмитрий Медведев РФ Һалым кодексына тейешле төҙәтмәләр индерҙе.  

Өҫтәлгән ҡиммәткә һалымды балиғ булмағандарҙы һәм ололарҙы, инвалидтарҙы һәм ауыр хәлгә дусар булған кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү буйынса, шулай уҡ уларға опекундар һайлау һәм әҙерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүселәр түләмәйәсәк.

Талаптар кәметеү физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт сараларын үткәреү буйынса хеҙмәттәргә лә ҡағыла.

Бушлай социаль реклама эшләүсе һәм таратыусылар ҙа әлеге һалымды түләмәйәсәк, тик бағымсылар тураһында мәғлүмәт реклама майҙанының биш проценттан ашыу өлөшөн биләмәҫкә тейеш. Билдәле пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән теркәлмәгән дарыуҙарҙы Рәсәй Федерацияһы территорияһына индереүгә лә был һалым түләнмәйәсәк.

Килешеүҙәр сиктәрендә үҙ ирке менән социаль хеҙмәттәр күрһәтергә һәм шәфҡәтлелек эшмәкәрлегендә ҡатнашырға теләүселәр өсөн аҡса бүлеүселәр физик шәхестәр килеменә һалым түләмәйәсәк.

Хеҙмәт мөнәсәбәттәре менән бәйле булмаған кешеләрҙе дауалау буйынса хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ ул кешеләргә дарыуҙар һатып алыу өсөн аҡса түләүсе дини, шәфҡәтлелек һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ла әлеге һалым булмаясаҡ.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан алған килеменә лә налог булмаясаҡ.

Төҙәтмәләр 22 августа үҙ көсөнә инәсәк.