3 декабрь, Шәмбе

09 август 2011 йыл, 18:03

Башҡортостанда эш урындары һаны эшһеҙҙәр һанынан элеккесә артығыраҡ

автор: Галина Бахшиева

Республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә ағымдағы йылдың ете айы эсендә 220 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 80 меңдән ашыуы хеҙмәт биржаһына яраҡлы эш табыуҙа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. 56500-ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте органдары ярҙамы менән 6400-ҙән ашыу кеше профессиональ белем ала башлаған.

Йыл башынан республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә 135 меңгә яҡын вакансия теркәлгән. Хәҙер Башҡортостандың Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығының мәғлүмәт базаһында яҡынса 33 мең вакансия иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта әле республикала 31500-ҙән ашыу кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип таныла.