9 декабрь, Йома

09 август 2011 йыл, 15:59

Башҡортостанда «Йәйғор» балалар ижады фестивале үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Йәйғор» республика балалар ижады фестиваль-конкурсы 18-19 августа Борай районы Борай ауылында үтәсәк. Сара балалар һәм үҫмерҙәр ижады мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, үҫеп килеүсе быуында эстетик зауыҡ тәрбиәләү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Фестивалде ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Борай районы хакимиәте сығыш яһай.

Балалар ижады форумының бурыстары – йәш таланттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, балалар коллективтарының башҡарыу һәм сәхнә мәҙәниәте кимәлен арттырыу, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын дәртләндереү һәм популярлаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында балалар коллективы етәкселәренең үҙ-ара аралашыуына булышлыҡ итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү.

Конкурсҡа вокал, хореография, художестволы уҡыу, үҙенсәлекле жанр кеүек төрлө сәнғәт йүнәлештәрен тәҡдим итергә мөмкин.

Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә балалар ижадының үҫеш проблемалары һәм йәш артистарҙың профессиональ кимәлен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу үткәреләсәк.

темалар: фестивалдәр