Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә 2011 йылда 10 яңы балалар баҡсаһы булдырыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә 2011 йылда яҡынса 1500 балаға иҫәпләнгән 10 яңы балалар баҡсаһы булдырыласаҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Ун балалар баҡсаһының алтауһы төҙөлөп ята, йәки төҙөлөп бөткән, дүртәүһе –кире ҡайтарылған биналар, улар ҡасандыр балалар баҡсаһы итеп төҙөлгән, ләкин һуңыраҡ башҡа ойошмаларға тапшырылған.

Ике балалар баҡсаһын Өфөлә августа уҡ, мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе башланыуға файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.

Киләсәктә Өфө властары балалар баҡсаһын төҙөү темптарын арттырырға уйлай. Павел Качкаев һүҙҙәренә ҡарағанда, 2012 йылда ҡалала 12 балалар баҡсаһы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть